Меню сайта

  • Категории каталога
    Мои статьи [27]

    Наш опрос
    Сез кайда яшисез
    Всего ответов: 570

    Главная » Статьи » Мои статьи

    "Шонҡар": Ғабдулла Туҡай- башҡорт!
    "Шонҡар": Ғабдулла Туҡай- башҡорт
    ...Ғабдулла Туҡайҙың әсәһенең тулы исеме Бибимәмдүдә һәм уның атаһы (шағирҙың бабаһы) Зиннәтулла Ҡазан губернаһы кешеһе түгел һәм ул Өсилелә тыумаған. Уның тыуған урыны элекке Пермь губернаһы Оса өйәҙе, Ғәйнә иле, Ҡожамаҡты ауылы. Милләте яғынан Зиннәтулла башҡорт.. Ул йәш сағында Ҡауам ауылында (илендә) уҡыған һәм шунан һуң хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ район (руссаһы Аширово) ауылында балалар уҡытҡан. Йәш сағында Зиннәтулла шиғырҙар яҙыу менән шөғөлләнгән һәм балалар уҡытҡан йылдарында күршеләге Тәхәллим исемле башҡорт ауылындағы Хәким хәлфә менән шиғырҙвр яҙышып торған. "Ғ.Туҡайҙың әсәһе Мәмдүдәнең атаһы Зиннәтулла менән менән бер ваҡыт шиғырҙар, хаттар яҙышып торған берәү булған. Зиннәтуллла шағир булған. Ул йәш сағында уҡ Ғәшир ауылында балалар уҡытыусы булып, төп Ғәйнә иле Ҡожамаҡты башҡорто"

    Туҡай һәм башҡорт әҙәбиәте

    Үткән йыл бөтә төрки донъяһында Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы ТЮРКСОЙ тарафынан иғлан ителгән Әхмәтзәки Вәлиди йылын үткәрҙе. Бындай күләмле сара ойошманың тарихында тәү тапҡыр тормошҡа ашырылды. Быйыл иһә мәшһүр шағир Ғабдулла Туҡай йылы башланды. Туҡай йылының иғлан ителеүе миңә ун йылдан ашыу элек "Ватандаш" журналында уҡыған мәғлүмәттәрҙе иҫемә төшөрҙө. 2000 йылдың март һанында Басир Мәһәҙиевтең "Ғабдулла Туҡайға туғандаш" исемле материалы "Ватандаш почтаһынан" рубрикаһында баҫылып сыҡҡайны. Уны яңынан табып уҡып сыктым.Бында Б.Мәһәҙиев 1947 йылда "Октябрь" (хәҙерге "Ағиҙел") журналында атаҡлы педагог һәм ғалим Закир Шакировтың Габдулла Туҡайҙың әсәһе Мәмдүдә башҡорт, уның атаһы Зиннәтулла ғәйнә башҡорто ырыуынан икәнен хәтерләй.

    Бында ул шулай уҡ былтыр Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлзифа Канафина инәйҙән яҙып алған ҡыҙыҡлы мәҡлүмәтте килтерә. Гөлзифа инәй уға шуларһы һөйләгән: "Беҙҙең фамилия Ҡәнәфиә ҡарттан килә. Хәҙерге Иглин районындағы Түбәнге Ләмәҙ ауылы кешеһе була. Беҙҙең туғандар һаман да шунда йәшәй. Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе Мәмдүдә ана шул Ҡәнәфиә ҡарттар нәҫеленән. Беҙҙең Канафиндар Туҡайҙың туғаны булып сыға. Ана минең улым Наил Канафин ... Габдулла Туҡайға бик оҡшаш төҫө менән. Хөкүмәтебеҙҙәге Миҙхәт Шакиров минә атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да туған. Атаһы ла, әсәһе лә беҙҙең яҡтың төп башҡорттары..."...

    Басир Мәһәҙиевтың мәғлүмәте буйынса "Октябрь" журналындағы мәҡәләне эҙләй башланым. Телгә алынған мәҡәлә 1946 йылда Туҡайҙың юбилейы юнайы менән сығарылған берләштерелгән 3-4 һандарҙа табылды. Уның авторы Афзал Ҡудаш булып сыҡты. Был махсус номерҙа Туҡайҙың тормошон, ижадын, башҡорт теле һәм фольклоры менән бәйләнешен асҡан тикшеренеүҙәр һәм уға бағышланған башҡорт шиғырҙары бирелгән. Бында шулай уҡ Закир Шакировтың Туҡай менән Ҡазанда осрашыуы хаҡында иҫтәлеге лә бирелгән. Әммә Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе һәм олатаһы Зиннәтулла хаҡындағы "Ғабдулла Туҡай биографияһындаҡы яңы моменттар исемле" мәҡәлә А.Ҡудаш тарафынан язылған ине. Был материалда Закир Шакиров ҡатнашлығындағы 1929 йылдың йәйендә Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтене тарафынан Арғаяш кантонында тел һәм фольклор өйрәнеү экспедицияһының отчетына ла һылтанма эшләнгән. Ул отчет 1930 йылда "Белем" журналының 2 һанында донъя күргән. Бында тәү тапҡыр Ғабдулла Туҡайҙың башҡорт тамырҙары булыуы телгә алына.

    Был мәсьәләгә асыҡлыҡ килтергән Ҡудаштың мәҡәләһенә мөрәжәгәт итәйек:

    "Уҡыусылар массаһына билдәле булғанынса, Ғ. Туҡай үҙенең поэтик автобиграфияһы – "Иҫемдә ҡалғандар"ҙың башында атаһы һәм олатаһы тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәр яҙаһәм шуның буйынса беҙ шағирҙың атаһы яғынан өс быуынға һуҙылған шәжәрәһен беләбеҙ. "Минең атайым Мөхәмәтгариф, тип яҙа Туҡай, - Ҡушлауыс ҡәрйәһендә Мөхәмәтғалим исемле мулланың улы булып, 14-15 йәштәрендә Ҡышҡар мәҙрәсәһенә китеп, унда, хәтме көтөп (уҡып бөтөрөп)ҡылырға ғәҙәттә нисә сәнә (йыл) кәрәк булһа, шул тиклем тороп, ҡарт атаһы тере ваҡытта уҡ ауылыбыҙ Ҡышлауысҡа ҡайтып, мулла булмыштыр. Мулла булғас та өйләндеке бер йәмәғәте илә бер нисә генә йыл торғас, йәмәғәте вафат булып, бер ир һәм бер ҡыҙ балаһы ҡалмыштыр. Бынан һуң атам, икенсе тапҡыр өйләнеүе улараҡ, Өсилеҡәрйәһе Зиннәтулла хәҙрәттең Мәмдүдә исемле ҡыҙын (минең әсәмде) алмыштыр. Әсәйәм илә бер йыл ярым тиклем торғас, беренсе бала булараҡ мин донъяға килгәнмен".

    "Иҫемдә ҡалғандар"ҙа Ғ.Туҡай үҙенең әсәһенең Мәмдүдә, бабаһының Зиннәтулла исемле булыуы һәм уның Өсиле ауылында күп балалы бер мулла икәнлеге тураһында ла әйтә. Ысынлап та Туҡайҙың был бабаһында йәшәгән йылдары – шағирҙың балалыҡ осоронда иң ауыр, иң ҡыҙғаныс тоиошта үткәргән йылдары. Зиннәтулла ғаиләһендәге ярлылыҡты хәтерләп, Туҡай һуңынан: "Был ғаилә эсендэге ярлылыҡ шул дәрәжәгә еткән булырға кәрәк ки, мин хәҙер ҙә булһа, бабайҙың күрше байыраҡ ауылдарҙан икмәк һыныҡтары теләнеп алып ҡайтҡанын иҫемдә тотам", тип яҙҙы...



    Туҡайҙың ата-әсәһе, бабалары тураһында юғарыла килтерелгән мәғлүмәттәрҙән башҡа материалдар юҡ тип әйтерлек. Шағирҙың тормошон һәм ижадын өйрәнеүсе – тикшереүсе әҙәбиәт тарихсылары, тәнҡитселәр ҙә, шулай уҡ уның тураһында иҫтәлек яҙыусылар ҙа, Туҡайҙың балалыҡ йылдарын яҡтыртҡанда, күп ваҡытта, шағирҙың үҙе яҙып ҡалдырған шул юғарыла әйтелгән Иҫемдә ҡалғандар" тигән поэтик автобиографияһына таяналар. Ләкин һуңғы йылдарҙағы ҡайһы бер эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр Ғ. Туҡай биографияһына өҫтәлә һәм бөйөк шағирҙың тормош юлын байытыуға ярҙам итә торған айырым моменттарҙы килтереп сығарҙы.

    Ғабдулла Туҡайҙың әсәһенең тулы исеме Бибимәмдүдә һәм уның атаһы (шағирҙың бабаһы) Зиннәтулла Ҡазан губернаһы кешеһе түгел һәм ул Өсилелә тыумаған. Уның тыуған урыны элекке Пермь губернаһы Оса өйәҙе, Ғәйнә иле, Ҡожамаҡты ауылы. Милләте яғынан Зиннәтулла башҡорт. Ул йәш сағында Ҡауам ауылында (илендә) уҡыған һәм шунан һуң хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ район (руссаһы Аширово) ауылында балалар уҡытҡан. Йәш сағында Зиннәтулла шиғырҙар яҙыу менән шөғөлләнгән һәм балалар уҡытҡан йылдарында күршеләге Тәхәллим исемле башҡорт ауылындағы Хәким хәлфә менән шиғырҙвр яҙышып торған. "Ғ.Туҡайҙың әсәһе Мәмдүдәнең атаһы Зиннәтулла менән менән бер ваҡыт шиғырҙар, хаттар яҙышып торған берәү булған. Зиннәтуллла шағир булған. Ул йәш сағында уҡ Ғәшир ауылында балалар уҡытыусы булып, төп Ғәйнә иле Ҡожамаҡты башҡорто" ("Белем" журналы, 1930 йыл, № 2, 52 бит. Доцент Закир Шәкиров мәҡәләһенән).

    Зиннәтулланың тыуған иле, щиғырҙар яҙыуы һәм милләте яғынан башҡорт булыуы тураһында әлегә тиклем бер ерҙә лә баҫылмаған икенсе материал тағы ла асығыраҡ һөйләй. Ошо юлдарҙы яҙыусыға 1940 йылда Ғ. Туҡайҙың апаһы Сажидә Зиннәтуллина менән хат аша элемтә тотоу мөмкинлеге тыуҙы.

    Туҡайҙың "Иҫемдә ҡалғандар"ҙа Сажидәне саф күнелдән, ҙур мөхәббәт менән "ап-аҡ саф бер фәрештә" тип атауы уҡыусыларға билдәле. Бына шағирҙың күнелендә фәрештә рәүешендә бик ныҡ ҡалған Сажидә апай Зиннәтуллина үҙенең 1940 йыл, 5 июнендә яҙған хатында түбәндәгеләрҙе әйтә: "Минең атайым башҡорт. Ҡожамаҡты тигән илдән сығып, Ҡауам илендә уҡыған. Ике егет булғандар. Береһе үлгөн. Уныһы Щадрин өйәҙенеке. Шунан һуң атайым уҡып сығып, Ҡышлауысҡа күскән. Атайым тағы Ҡышлауыстан Өсилегә күскән. Унан Өсилегә ҡайтҡан ваҡытта Мәмдүдә апай ике йәштә бала булған. Үҫеп етеп, ҡышлауысҡа кейәүгә сыҡҡан. Шунда Ғабдулла тыуып, еҙнәй вафат булып, Мәмдүдә апай Өсилегә ҡайтҡан. Шунан һуң бер аҙҙан, Сасна тигән ауылға кейәүгә барған. Унда күп тора алмаған, вафат булған, атайым күрмәй ҡалған; ара алыҫ булған Тиҙ генә хәбәр килеп етә алмаған, ауырыуы ла тиҙ булған. Атайым барһа, Мәмдүдә апай вафат булған. Өс көн ҡайғы йорто булған. Атайым һушһыҙланып торған. Был арала Ғабдулланы алып ҡайтып керҙе. Беҙҙең йортта тағы мәтам. Атайым Мәмдүдә апайҙы һағынып, илай-илай ошо шиғырҙарҙы әйтә ине.

    Мәүлүдедер (тыуған ере) Ҡышлауыста, мәүте (үлгән ере) Саснала.

    Дәүре мәшхәрҙә ғинәйәт әйләһен хаҡ зөлжәләл (Үлгәс Алла ярҙам итһен).

    Исеме Бибимәмдүдәлер ғаҡлы ирде ғаян (асыҡ аҡыллы ине).

    Тыңлар ине ғишҡи илә вәғәз, мәсаил вә мәған (яуап һәм әһәмиәт менән).

    Һүҙләгәндә күҙҙән йәштәремеҙ ула хун (була ҡан).

    Уйлағанда хәсрәтенән аҡылыма килә женун (аҡылдан яҙам, мәжнүнләнәм).

    Ни сәбәптер, эй, хоҙай, ризығы аҙ, ғүмре тамам.

    Аҡты йәшем, ни ҡылайым, әмере хәй илә янам (Алла әмре менән йоҡоһоҙланам).

    Инде атайымдың ата-әсәһенән, туғандарынан бер үҙе айырылып тороуына моңланып...ю ъҙенә әйткән шиғырҙарын яҙам:

    Фәҡирем Зиннәтулла булды намым (исемем).

    Уса иле ине яә-мәкамым (торған урыным).

    Тыуған илем Ҡожамаҡты ҡәрйәһелер

    Пермь табығы (губернаһы), Уса мозафалыр (өйәҙе).

    Зәнелбәшәр ине нам атамыҙ,

    Әмирхан ибне Әмирҙер бабамыҙ.

    Моҡасат дары ғөрбәттә моһажир (яҙмыш буйынса үҙ иленүн айырылған)

    Мөжәнәт бәйтельәжзәндә мосафир (тереклегем яза йортондағы юлсы кеүек).

    Йәшем һәфте ду сал (етмеш ике) бәлки зияда (күберәк).

    Сөьәхаззымдан (өлөшөм яман) һәм бәхетем сейах (өара).

    Тимәк, Зиннәтулланың үҙе тураһындағы был шиғырынан беҙ Ғ.Туҡайҙың әсә яғынан биш быуынға һуҙылған шәжәрәһен билдәләй алабыҙ. Зиннәтулланың атаһы Зәйнелбәшәр, уның атаһы Әмирхан, уның атаһы Әмир

    Юғарыла күсерелг!н хатта тағы лаөҫтәмә әһәмиәтле моменттар бар. Туҡайҙың әсәһе Мәмдүдә, үҙенең атаһы кеүек үк йырҙар сығарырға, шиғырҙар әйтергә оҫта, йәғни унда ла бер ни тиклем поэтик талант булған булырға тейеш. Сажидә апайҙың яҙыуына ҡарағанда, ире үлгәс Мәмдүдә Туҡайҙы Ҡушлауыста ҡалдырып, башта Өсилегә, атаһы йортона ҡайткан һәм сит ауылда тороп ҡалған балаһы – кескәй генә Туҡай тураһында һағынып йырҙар йырлаған, шиғырҙар әйткән. Был турала Сажидә апайҙың хатында беҙ түбәндәгеләрҙе уҡыйбыҙ:

    "Мәмдүдә апайҙың, еҙнәй вафат булғас, Ғвабдулланы Кушлауыста ҡалдырып ҡайтҡас йырлаған йырҙарын хәтерләйем.

    Өй турында баҡсала бер һандуғас һайрай.

    Ниңә һайрай был һандуғас ҡағынып?

    Шуны һайрай:

    Минең илағанымды белеп – баламды һағынып.

    Ниңә һайрай был һандуғас, һайрай үҫепеткәнде,

    Шуны һайрай:

    Мине күреп, баламдан айырылып киткәнде.

    Ниңә һайрай был һандуғас кис менән?

    Шуны һайрай:

    Күрҙе бәнем ике күҙҙе йәш менән,

    Ниңә һайрай был һандуғас һыҙланып,

    Шуны һайрай:

    Минең илағанды күреп, баламды ҡыҙғанып".

    Сажидә апайҙың хатында, юғарыла күсерелгән юлдарҙың аҙағында, Мәмдүдәнең үлеү датаһы тураһында ла әйтелгән: "Мәмдүдә апайҙың тыуған йылын тәғәйен белә алмайым. Вафат булғанын уйлап тура килә - 1890 йылда, ғинуарҙың 18 көнөндә".

    Һис шикһеҙ, Сажидә апайҙың хатында килтерелгән факттар (Зиннәтулланың шағир булыуы һәм уның Ҡожамаҡты башҡорто икәнлеге), улар күп йылдар үтеү менән һуңында хәтерҙән яҙылһалар ҙа, халыҡ шағиры Ғ. Туҡайҙың биографияһын тулыландырыу һәм байытыуға ярҙам итәсәктәр. Киләсәктә Туҡайҙың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеүселәр был моменттарға, әлбиттә әһәмиәт бирерҙәр".

    А.Ҡудаштың был мәҡәләһе Ғабдулла Туҡайҙың ижадына башҡа күҙлектән дә ҡарарға кәрәк икәнде күрһәтә. Билдәле булыуынса, башланғыс кластарҙан уҡ без уның шиғырҙарын, автобиографияһын өйрәнәбеҙ. Тик унда юғарыла килтерелгән мәҡәләнең мәғлүмәттәре ҡулланылмай. Әҙәбиәт тарихында ла был моменттар сағылырға тейештер. Мәҫәлән, Өфөгә килеүе, тәүге Башҡортостандың Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури менән осрашыуы, башҡорт фольклоры, халыҡ йырҙары менән ҡыҙыҡһыныуы, уларҙы яҙып алыуы билдәле. Ғ.Туҡайҙың ижады буйынса 1917 йыл тиклем үк танылған башҡорт ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди "Туҡайҙың "Шүрәлегә" ҡарата тикшеренеү" исемле мәҡәлә яҙа. Ә Японияла Силәбе башҡорттарынан мәшһүр ижтимағи эшмәкәре Гәбделхәй Ҡорбанғәлиев етәкселегендә ҡоролған тәүге мосолман нәшриәте "Матбағаи Исламиә"лә Туҡайҙың шиғырҙары баҫылыуы ла мөһим ваҡиға. 1911 йылда Ғ. Туҡай тарафынан баҫтырылған "Халыҡ әҙәбиәте" әҫәренең йоғонтоһо аҫтында Әхмәтзәки Вәлиди "Йырҙарыбыҙ хаҡында"исемле төрки шиғыр ҡоролошо буйынса тикшеренеү яһай. Бында килтерелгән фекерҙәр буйынса ХХ быуат аҙағында мәшһүр тюркологтар махсус монографиялар ҙа баҫтырҙы. Бында Вәлидиҙең татар теленең төрки телдәр төркөмөнөң береһе булыуына иғтибарҙы йәлеп.итә. Ҡайһы ваҡытта быны хәҙерге ваҡытта ла йәшәгән ғалимдар онотоп китә. Икенсенән, әҙәбиәт тарихынан билдәле булыуынса ХХ быуат башында ижат иткән ҡайһы бер башҡорт уҡымышлылары үҙ телдәрендә материал баҫтырырға теләгән ваҡыттарында нәшерҙәрҙең ҡаршылыҡтарына осрауҙары ла мәғлүм. Шулай уҡ Вәлидиҙең тарих китабының исеменең үҙгәртелеп баҫылған. Былар барыһы ла тарихта аныҡ яҡтыртылырға тейеш. Татар милли буржуазияһының татарлыҡ фекере башҡорт яҙыусыларына, халҡына эшләгән йоғонтоһо күҙлегенән ҡайҙы бер моменттарҙы, шулай уҡ Ғабдулла Туҡайҙың ижадын, тормошон баһаларға мөмкин.

    Башҡорт әҙәбиәт тарихында революцияға тиклемге әҙиптәрҙең эшмәкәрлеге һис шикһеҙ башҡорт совет әҙәбиәте концепцияһына, тәүге Башҡортостан яҙыусылар съезының әҙәбиәт тарихын баһалауына ла бәйле.

    Юғарыла килтерелгән мәҡлүмәттәр бик мөһим. Сөнки ҡайһы бер ваҡыттарҙа етди архив йә яҙыулы мәғлүмәт булмағанда ла бәғзе бер яҙыусы йә шағирҙы уртаҡ ителеүен беләбеҙ. Закир Шакиров һәм Афзал Ҡудаштың мәҡәләләре, улар килтергән мәғлүмәттәрзе уҡығандан һуң, шул уҡ критерийҙарҙан сығып, Туҡайҙың да бындай шағирҙар рәтенә инергә хаҡы бар тип әйтеп була. Был юнәлештәге тикшеренеүҙәр тағы яңы асыштар, тарихи сығанаҡтар килтерәсәге шөбһәһеҙ.

    Әхәт Сәлихов. "Шоңҡар" журналы

    Еще на тему "башкиризация татар":

    Обращение-письмо к Президенту Российской Федерации ...всюду и везде требовался переход в башкиры. Основываясь на якобы большой процент башкир в татарских деревнях (по отчетам), стали эти деревни записывать башкирскими, а в школах татарских детей обучать башкирскому ...

    Есть ли будущее у татар в Башкирии? ... СМИ, ТВ, радио не переставая, вдалбливали татарам «Вы не татары,а башкиры, которые запутались в своей истории». В Башкирии выстроена целая система для этноцида татар. Любой татарин, уже идя в школу, попадает ...

    Айдар Халим.Открытое письмо Рустэму Хамитову . ... порядочного человека Айдар Халима. Оно было написано еще в дни ,когда в РБ пал режим Рахимова. И несмотря на то,что письмо было отправлено уже более трех месяцев назад , отправитель так и не дождался ответа. ...
    tatar-gazeta.ru
    Категория: Мои статьи | Добавил: tukay (21.04.2011)
    Просмотров: 2815 | Комментарии: 1 | Рейтинг: 5.0/1 |
    Всего комментариев: 1
    1 tukay  
    0
    smile эхем эхем инде Тукайсыз да калып маташабыз хэерлегэ булсын инде

    Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
    [ Регистрация | Вход ]
    Форма входа

    Поиск

    Друзья сайта

    Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0


    Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz